Бөтә яңылыҡтар
Бергә ҡалайыҡ
21 Октябрь 2023, 14:21

Файҙа

"Айыҡ ауыл"дың файҙаһы бармы? 

Файҙа
Файҙа
Йәғни, был конкурсты үткәрһәң, бөтөн ауыл (хатта запой менән эскәне лә) эсеүҙән шып туҡтай ҙа ҡуямы? Юҡ, әлбиттә, өгөт-нәсихәт, йыр-бейеү, сәк-сәк менән генә эскәнде туҡтатып булмай.
Кисәге өс ауылда ла (Зәк-Ишмәт, Яңы Таймаҫ, Яңы Муса) ошо турала әйттеләр, эсеүен эсерҙәр инде, тик урам буйлап болғаңлап йөрөгән кеше бик булмаһын тигән ише итеп әйтелде. Бар файҙаһы - бер йыйылып, күңел асып алыу, бәлки, еңһәң, аҙыраҡ аҡсаһын да бирерҙәр, тишек-тошоҡто ямарға ярап ҡалыр.
Йәнә бер бик мөһим яҡшы яғы бар: ауылдың актив кешеләрен билдәләп китәләр. Кисә Зәк-Ишмәттә лә байтаҡ кеше ауыл хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын алып ҡыуанды. Илшат Зәйнәғәбдинов һәр береһенең арҡаһын ҡаҡты: - Әл дә һин бар, юғиһә, нимә эшләр инем. Ауылға файҙаң бик ҙур.
Бында хакимиәткә теге йәки был матди ярҙам иткәндәр менән бер рәттән, Зәктә татыу итеп тормош оҙаҡ тормош көткән ғаиләләр ҙә бар, ныҡ ғаилә - ауыл башлығына ла мәртәбә өҫтәй. 
Байрамдың ошо мәле, моғайын, иң күркәме булғандыр, эстән генә теләп ултырҙыҡ: артабан да, бер-беребеҙгә кәрәк булып, файҙа килтереп йәшәйек әле, туғандар. 
Автор:
Читайте нас