Бөтә яңылыҡтар
Бергә ҡалайыҡ
1 Ноябрь 2023, 10:38

Иреү

Толоп ҡына кейеп бараһы булған икән.

Иреү
Иреү
Башың эшләмәһә лә ҡыйын, кисә Мораптал яҡтарына, уңды-һулды уйламай, сыҡ та кит инде, һантыйҙар. Көндөң ҡалай икәнен белә тороп, күрәләтә, йоҡа кейенеп. Тора торғас, тештәр тешкә теймәй, өшөтә башланы. Урал Ибраһимов, район башлығы урынбаҫары (ул Аҡһары ФАП-ы янына ултырта торған ағастар тейәп килгән) аҡыллы кеше, ҡайтып, өҫтө алмаштырып, йылыраҡ кейенеп килдем, тине. Көнләшеп, уның тунына ҡара ла тор инде бына. Баш табип Олег Астахов та ялан баш, улай тиһәң. Уның да сәсе йоҡа итеп алынған, врач кеше шулай йөрөй икән, беҙгә лә ярайҙыр - ошо уй ғына саҡ ҡына йыуатҡан һымаҡ булды. Йыуатты, әммә йылытманы. 
...Яңы Морапталда Ғ. Әлмөхәмәтов музейы бар. Данлыҡлы музей. Директоры Альфира Ниғмәтуллина. Уның янына һуғылдыҡ. Альфираның йылмайыуҙары.... Ҡатҡан күңелде иретерлек. Беҙ ҙә, уны күреү менән, иренек тә төштөк. 
- Иртәгә (тимәк, бөгөн) ошонда эшләүемә 15 йыл була. Өйрәнгән, яратҡан эшем. Бына, музейҙа ремонт үткәс, йөрәккә дәрттәр тағы ла өҫтәлде. Йылы, яҡты, киң хәҙер музейым. Эшкә киләһе генә килеп тора. 
Өшөү онотолдо. Тән генә түгел, йән йылынды. Юбилейың менән ҡотлайбыҙ, Альфира Салауат ҡыҙы, ишегегеҙҙе асып ингән һәр кешегә йылығыҙҙы өләшеп, оҙаҡ йылдар әлегеләй йылмайып ҡына йәшәргә-эшләргә яҙһын. 
Автор:
Читайте нас