Көйөргәҙе районындағы был ауылда һөнәрһеҙ кеше юҡ, ә бына мейес яһау тигәне онотолғайны. Ихтыяжы булманы, ауылда һәр береһенең йортона газ ингән, мунсаға кәрәккәндә генә ҡай саҡ мейес һалыу тигәнде иҫкә төшөрәләр ине. Бына әле был һөнәрҙең - мейессенең - иң кәрәк сағы. Зәк-Ишмәт ауылы ирҙәре уларҙы фронт өсөн яһай. Әле 8 мейес әҙер, был ғына аҙ, тағын эшләйбеҙ, ти ир-ат.
Тыуған илдән бик йыраҡта, һыуыҡта, ошо мейестәр янында йылынып ултырған мәлдә, өй йылыһын да мотлаҡ тойорһоғоҙ, егеттәр. Был мейестәр күңелдә булған бар йылыны һалып яһалғандар.