Һеҙгә үҙебеҙҙең мәрхәмәтлек эшебеҙ тураһында яҙып үтмәксебеҙ. Түбәнге Баба ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бар күңелдәрен һалып маскировка селтәре үрә башланылар. Февраль башында районыбыҙҙан СВО-ға гуманитар конвой бара икән, шуға өлгөртөрбөҙ тип тырышабыҙ.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар уңған, ике әйттереп тормайҙар, шунда уҡ эшкә тотоналар. Бар теләктәребеҙ - яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөбөҙҙө керетеү, уларҙың иҫән-һау ҡайтып кереүҙәрен күреү.
Земфира ВӘЛИЕВА, Түбәнге Бабалар ауылы