Все новости
Бергә ҡалайыҡ
22 Февраля , 14:11

Ҡабул булһын

Яңы Ямаштан улар икәү икән.

Ҡабул булһын
Ҡабул булһын

Тәҙрәнән, телефондан күҙ алмай ултырған ата-әсә. Уларҙы улдары яуҙа йөрөй. Бөгөн "Сырьевая группа" йәмғиәте (теге балсыҡ ташыған) әҙерләгән бүләктәрҙе ямаштарға алып барыштыҡ. Ата-әсәләрҙең кәйефтәре көйлө генә, кисә генә улдарыбыҙ менән һөйләштек, телефондан, шулай, көн дә аралашып торабыҙ тиҙәр. Сәйгә әйҙәнеләр. Өҫтәл артынан тороп китер алдынан доға ҡылдыҡ. Ғәрәп телен белгән юҡ, әммә дини кешеләр теләкте туған телдә теләһәң дә, ул ихлас әйтелһә, ҡабул була тигәйнеләр. Ҡуш устарҙы күтәреп, ошоларҙы теләнек:
- Ошо табын артында, бик тиҙҙән, ғәзиз улдарығыҙҙың, һеҙҙең менән бергә, йылмайып-көлөп ултырыуҙарын күрергә яҙһын. Амин. 

Автор:
Читайте нас: