Уҡыусыларҙың ата-әсәләре, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡалай банкалар йыйҙы, шәмдәр өсөн парафин һатып алды. Балалар бик әүҙем эш башҡарҙы, улар банкаларҙы әҙерләп, ҡатырғанан шәмдәргә фитилдәр әҙерләне. Руслан Гурьянов, Альберт Казбиков, Олег Баширов парафинды иретеп, банкаларға ҡойҙолар. Был егәттәр банкалар йыйыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашты. Шәмдәр фронтҡа ярҙамға ебәрелде.
Акцияла ҡатнашҡан һәр кем был шәмдәрҙең беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итәсәген аңлай. Бындай шәм яҡтылыҡ һәм йылылыҡ биреп 8 сәғәткә тиклем яна. Был шәмдәр ярҙамында йылынырға, аяҡ кейемен киптерергә, аҙыҡты йылытырға, һыуҙы ҡайнатырға мөмкин.
Балаларҙың күңел йылыһы һалып эшләгән шәмдәре хәҙер һалдаттарыбыҙҙы дымлы окоптарҙа һәм блиндаждарҙа йылытыр тип өмөтләнәбеҙ.
Окоп шәмдәрен эшләүҙә битараф булмай ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерәбеҙ. Эш дауам итә, окоп шәмдәренең киләһе партияһы өсөн ҡалайҙан эшләнгән банкалар йыябыҙ һәм әҙерләйбеҙ. Ауылдаштарыбыҙҙы фронтҡа ярҙам итеүгә ҡушылырға саҡырабыҙ.
Салауат САТЫБАЕВ,, Зәк-Ишмәт ауылы