Таҡыяһы ла, һаҡалы ла үҙенә килешеп тора. Нисәмә айҙар күрешкән генә түгел, һөйләшкән булманы, уның яуға киткәнен дә кешенән ишетеп кенә белдек. Иҫән ҡайт тип теләктәр әйттек. Һәм бына, кисә кис ул шылтыратты. Видеобәйләнеш аша булғас, хәс янда ултырған һымаҡ, ә бит үҙе беҙҙән бик йыраҡта - Калининградта - икән. Яралған, госпиталдә ятам, тине.
Уны күреүебеҙгә, бөтөн булыуына (яраһы уңалыр, кәйефе дәртле генә, бирешмәҫ) ҡыуандыҡ һәм тағы ла бер үк теләкте теләнек: иҫән ҡайт, туған.