БОРСОУЛЫ ХӘЛ
29 Май 2023, 10:19

Быҙауҙар оса башланы

Һуңғы көндәрҙә генә бер нисәһенә "ҡанат ҡуйғандар".

Быҙауҙар оса башланыБыҙауҙар оса башланы
Быҙауҙар оса башланы
Малдар юғалыуы - беҙҙең ауылдар өсөн ғәҙәти хәл, әммә күп осраҡта уларҙы иректә йөрөгәндә, етәкләпме, ҡыуыпмы (һыйыр, атты) алып китә инеләр. Быйылғы яҙҙа быҙауҙарға һорау артҡан, аҙаҡҡы көндәрҙә генә райондан бер нисә быҙауҙы һарайҙарҙан алып сығып "осорғандар".
Яңы Мораптал, Красный Маяҡ, Яҡуп, Таймаҫ быҙауҙарына ҡанат үҫеп, улар билдәһеҙ яҡтарға юлланған. 
Тояҡлылар кинәт кенә ҡошҡа әйләнмәһен тиһәң, малҡайҙарҙан күҙҙе яҙҙырмағыҙ.
Автор:
Читайте нас