Пенсияға ваҡытында (60 йәшендә) сығып ҡотолған ағай ул, бәхете бар.
Әммә икенсе бәләһе бар икән - бер яҡ ҡолағы ишетмәй башлаған. Башын гел бер яҡҡа - ҡолағы иҫән яғын әңгәмәсе яғына бора.
- Ҡолаҡты күрһәтәм тип, ЛОР-ға яҙылдым. Ике аҙнанан килерһең тип, талон бирҙеләр. Бына бөгөн табипҡа инергә тейеш инем. Иртәндән үк ҡолаҡты йыуып-таҙартып, киттем поликлиникаға. Барһам, ул бөгөн юҡ һәм булмай тинеләр. Ике аҙнанан килегеҙ, йәғни, 16 июндә. Түләүлегә барһам, хәҙер үк ҡабул итәсәктәр, тик пенсиям аҙ, әллә етә, әллә юҡ. Улар бит, минең ҡолаҡты файҙаланып, әллә күпме аҡса эшләйәсәк.
Беҙ поликлиникаға шылтыраттыҡ.
- Отоларингологтар барыһы ла кәңәшмәлә, шуға юҡтар, - тип яуап бирҙеләр.
- Ҡолаҡ менән ҡайҙа барырға?
- Әллә, улар әле икеһе лә юҡ, бик булмаһа, беҙҙә түләүлеһе лә бар.
Барып күренеп кенә сығыу хаҡтары ошолай икән:
Первичный прием врача
офтальмолог, оториноларинголог, невролог, терапевт, сосудистый хирург, акушер-гинеколог, онколог, аллерголог-иммунолог, эндокринолог, уролог, хирург, профпатолог - 1000 руб.
Аҙаҡ, аҡсаң етһә, артабан китәһең - дауаланырға. Йәки, буш табипты көтәһең, кем белә, йәй дауамында, бәлки, янына эләгеп булыр. Уңарсы икенсе ҡолаҡ та эшлектән сыҡмаһа, ул саҡта башты ҡайһы яҡҡа борһаң да, ярҙам итмәҫ.