БОРСОУЛЫ ХӘЛ
29 Июнь 2023, 10:22

Һыуыҡ мейес

Холодный Ключта, башҡа күп элек совхоз булған ауылдарҙағы кеүек, ике ҡатлы йорттар бар.

Һыуыҡ мейесҺыуыҡ мейес
Һыуыҡ мейес
Борон элиталы һаналғандыр был йорттар, кемдер бер ҡатлы ғынаһында көн итә, ә бындайҙа йәшәгәндәр өҫтән аҫҡа ҡарап йәшәй, ҡалалағы һымаҡ подъезд бар, хатта балконы бар - культура. 
Холодный Ключта ултырған был ике ҡатлы йортта әле ни бары ике ғаилә йәшәй - береһе оло әбей, икенсеһе Мөлкәмәновтар ғаиләһе. Гөлсирә апай ҡыҙы, уның ике балаһы һәм беренсе төркөм инвалид булған улы менән көн итә. Йәшәй тип яҙғы килә, әммә быны йәшәй тип әйтеүе ауыр - фатирҙа газ юҡ, ванна юҡ, бәҙрәф юҡ.
- Ашарға электр плитаһында бешерәбеҙ. Ҡышты нисек сыҡтығыҙ? Утын менән. Әл дә мейес бар, улар икәү хатта, шуларҙы яғабыҙ, быйыл ике арба утын китте. Бер арбаһы - 12 мең һум. Минең пенсиям 11 мең. Ярар, улымдың ғәриплек аҡсаһы килә, ҡыҙым Ватан хужалығында эшләй. Малайым, етмәһә, яңыраҡ йығылып, аяғын имгәтте. Әле саҡ кире атлай башланы. Ҡайҙа йыуынып йөрөйбөҙмө - Ватан хужалығының мунсаһы бар, шунда йыуынабыҙ. 
Материал тулы килеш киләһе аҙнала гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас