Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
4 Июль 2023, 11:46

Мунса инеп тә булмай

- Тәҡәтте ҡоротто был һыу. 

Мунса инеп тә булмай
Мунса инеп тә булмай

Ишек алдында (бында ике ике ҡатлы йорт) ике канализация соҡоро бар, береһе ҡоп-ҡоро, икенсеһе, бына, тығылған һәм бөтөн “байлығын” тышҡа сығарып ята. Болдорҙа минең мунса ла ултыра, хәҙер уның нигеҙенә етеште был һыу. Мунса инеп ултырғанда ла һыуҙың һаҫығы эскә инә. Беҙҙең йортта күп балалалы ғаилә лә йәшәй, өс балаһы тышҡа уйнарға сыҡһа, уйнар ерҙәре лә юҡ. Антисанитария тураһында һөйләп тороу ҙа артыҡ. Оят булһа ла әйтәйем: ул канализациянан хатта теге бала тапмаҫ өсөн һаҡлана торған резина әйбер ҙә йөҙөп сыҡты. Силсәүиткә был турала әллә нисә өндәштем, ыһ та итмәне.

Редакциянан: Был турала мәҡәлә үткән һанда баҫылды. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, Яңы Таймаҫта һаман проблема шул көйө ҡала бирә икән. Бөгөн төштән һуң район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов ауылға үҙем барам тип һүҙ бирҙе.  

Автор:
Читайте нас