БОРСОУЛЫ ХӘЛ
8 Июля 2023, 07:54

Пушкинды көтәбеҙ

- Өсөнсө тәүлек инде газһыҙ ултырабыҙ.

Пушкинды көтәбеҙПушкинды көтәбеҙ
Пушкинды көтәбеҙ
Бер сәғәт самаһы элек кеҫә телефонына шулай тип шылтыраттылар. 
Тәүҙә былай тип һораны теге остағы ҡатын:
- Һеҙ ҡала хакимиәтеме? 
Хакимиәт булмаһаҡ та, был ҡатындың бәләһе беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Һөйләп бирҙе:
- Урау юлы урамы 9 һанлы йортта өсөнсө көн газ юҡ, килде лә һүндерҙе лә киттеләр. Имеш, бер фатирҙың эсенә инә алмайҙар (обход яһайҙар ине газовиктар), шунлыҡтан газ бирергә ярамай. Ә был фатирҙа йәшәүселәр әллә ҡасан уҡ Ҡырымға күсеп киттеләр, хәҙер нимә, уларҙың диңгеҙ буйынан ҡайтҡанын көтөп, беҙгә газһыҙ ултырырғамы? Минең ике балам бар, береһенә 6, икенсеһенә 17 йәш. Ирем ғәрип, түшәктән тормай ята. Нисек ашарға бешерәбеҙ, магазиндан әҙерҙе һатып алабыҙ. Ярҙам итегеҙ. 
Газ хеҙмәтенә шылтыраттыҡ.
- Тәртибе шул. Бындай хәлдәр йыш була, беҙ газды бирә алмайбыҙ. Бирер өсөн тәүҙә теге ябыҡ фатирға эләгергә кәрәк, ә быны бары тик РЭУ ғына эшләй ала, йәғни, фатирҙы аса ала. 
Пушкин компанияһына (РЭУ) шылтыратабыҙ, береһе лә алмай. Авария хеҙмәте былай тине - юҡ менән булмағыҙ, улар ял көнө эшләмәй. 
Көтәбеҙ, түҙәбеҙ, кешенең ялы ял һымаҡ булһын. 
Автор:
Читайте нас