Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
20 Августа 2023, 11:17

Бик йәл

Уны нисәмә көн эҙләнеләр. 

Бик йәл
Бик йәл

Тәжрибә буйынса кемдер бик оҙаҡ юғалып, табылмай торһа, шунда уҡ насар фараз килеп тыуа: был кеше, моғайын, иҫән түгелдер. Әммә әҙәм балаһы, ниндәй генә хәл булмаһын, яҡшылыҡҡа ышана, өмөтөн аҙаҡҡаса һүндермәй. 

Иҫке Отраданан Закир Мөхәмәтшин да ҡапыл ғына ғәйеп булып, уны әллә күпме ваҡыт эҙләгәс тә, ошолай булды: өмөт шәмдәре һүнмәне. Әммә кисә генә алама хәбәр килде: Закирҙың кәүҙәһен тапҡандар. 

Үлем сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Беҙ мәрхүмдең барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:
Читайте нас: