Бер байрам да гимнһыҙ, кадеттарһыҙ үтмәй, иҫән ҡалғандары булһа, ветерандарҙы ла саҡыралар, ялҡынлы телмәрҙәр күп яңғырай. Мәктәптәргә махсус дәрестәр кереттеләр...
Быларҙың барыһының фәтеүәһе бик самалы ахры. Һәр хәлдә Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында. Илгә әллә нисәмә Советтар Союзы геройын тыуҙырған ерҙә.
Кисә кис йәштәр байрам иткән. Геройҙарға ҡуйылған һәйкәлдәр янынын һайлаған егет-ҡыҙҙар. Йәшлек- тиле саҡ, әммә был сама уҡ тиле булырға ярамайҙыр, эскәндәр, моғайын, тағы әллә нәмәләр ҡыланғандарҙыр, хатта кемеһелер кесе хәжәтен дә үтәгән.
Халыҡ белеп әйтә: ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән генә биреп булмай.
Фото Юлай Ильясов сәхифәһенән алынды.