

Романдың геройы кәзә генә булмай инде, ғөмүмән, берәҙәк мал булырға тейеш. Таймаҫтар, бындай малдар тураһында китап яҙырлыҡ булып, биҙеп бөткән. Романдың жанры трагекомедия булыр ине, моғайын.
Хужаһыҙ (ысынында, хужалы инде, тегеләре малҡайҙарын "бөтөн донъя - минең йортом" тип өйрәтеп үҫтергән, бар сыҡ, дүрт яғың - ҡибла) малҡайҙарҙың нимә эшләй ала, эшләй алмай, ҡайҙа керә-кермәй, нимәнән өркә-өркмәй, нимә тип ҡысҡырһаң, тыңлай, нисек итеп һүгенһәң, тыңламай - барыһын да беләләр. Хатта йыраҡтан уҡ, атлап килешенән, баҡырыу тауышынан кемдең малы икәнен дә таныйҙар. Үҙәктәренә үткән.
Ошо хаҡта әңгәмәләшеп торҙоҡ. Райондан килгән белгестәр (берәҙәк мал тураһында белемдәре, шулай ҙа, таймаҫтарҙыҡынан һайыраҡ) шулай тине: Яңы Таймаҫтағы һымаҡ разгул башҡа ерҙә юҡ.