

Берәйhe осоп төшмәйенсә, күрмәҫтәр, ахыры.
Юл темаһы дауам итә - быныһы беҙгә ебәрелгән сираттағы сәләм. Хәйер, юл бәләһе хаҡында әйтеүҙәр туҡтағаны ла юҡ. Кемдер күрмәмеш, ишетмәмеш булһа ла, халыҡ ошо юлдарҙан йөрөй. Дөрөҫ яҙалар: күпме тыҡыма, яуап бер: аҡса юҡ. Тағы ла бер һәйбәт яуап: юл беҙҙеке түгел, УДХныҡы. Был ерҙә инде аптыра ла ултыр, ул УДХнан кем талап итергә тейеш, ауыл ағинәйҙәреме?
Күп байрамдар үткәрәһәгеҙ тип тә яҙҙылар (байрамдарҙы кәметеп, шул аҡсаны ошонда йүнәлтһәгеҙ, бәлки, аҙмы-күпме файҙаһы булыр ине, юғиһә, чиновниктарҙың донъяһы түңәрәк, йырлап-бейеп, ауылдар буйлап, бәлеш ашап, ҡымыҙ эсеп, йөрөр саҡ ҡына), бында ла дөрөҫлөк бар, балды ла, күп ашаһаң, биҙҙерә. Фотоға төшкәндә, яуаплы кешеләр ниңә ошондай юлдар фонында төшмәй икән? Был һорау ҙа ҡыҙыҡ. Улайтһаң, былар алама йәшәй икән, етәкселәре насар, булдыҡһыҙ икән тигән фекер тыуыр тиҙәрме.
Әйткәндәй, фотоға төшә белеү - үҙе һөнәр, һәр кемгә лә бирелмәгән талант. Башҡа һәләттәре барҙырмы, быныһы ҡараңғы, бына был талантты беҙҙекеләргә Хоҙай йәлләмәй биргән. Шәбағыштағы Айыҡ ауыл иҫкә төштө. Ауыл халҡы әҙерләнгән, плакаттар яһатҡан, күргәҙмә ойошторған, концерт, сығыштар. Райондан килеүселәрҙең маҡсаты бер генә булды - нисек тә, матурыраҡ итеп, фотоға төшөргә. Шәбағыш кешеһе сығыш яһап тора, уны тыңлағаны юҡ, Фәлән Төгәнович, давай, мине ошо ерҙә төшөр. Булдымы? Ҡайҙа күрһәт. Ә хәҙер былайтып төшөр... Интернетың тотамы, миңә сразы ебәр.
Теманың дауамы гәзиттә булыр.