Беҙ оптимизация-яптымизацияларға өйрәнеп бөткән халыҡ, быға тиклем нисәмә учреждение ябылды, ҡыҫҡартылды, ҡушылды... Инде, башҡаса, бындайы булмаҫ, яба торғанын ябып бөттөләр тип тынысланып ултырһаҡ...
Көйөргәҙе районында 19 ауыл клубы ябыла. Сәбәбе: прокуратура уларҙы террорға ҡаршы тәртипкә тап килмәй тип тапҡан. Айына ишеге бер асылып, бер ябылған клубта тере ҡарауылсы булырға тейеш икән йәки ҡарауыл сигнализацияһы. Осон-осҡа ялғап, 0,25, 0,5 ставкаға, этә-төртә булһа ла, эшләп килә инеләр ҙә баһа... Юҡ-юҡта уйындарын үткәрә, концерт-фәлән яһай, һис юғы, Айыҡ ауыл тигәндә, сәк-сәк булһа ла тотоп тора инеләр... Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ, бер юлы 19 клубты шартлатып бикләп ҡуйыу - әле республикала булған хәл түгел...
Теманың дауамы гәзиттә булыр.