Бөйөк классиктарҙың мәңгелек һорауы беҙҙе лә әле тыныс ҡалдырмай. Был осраҡта һорауҙы ошо адресҡа төбәйбеҙ: ЭКО- СИТИ, һиңә әйтәм.
Ермолаевоның Урман һәм Вокзал урамдарындағы контейнерҙарҙағы сүпте кем ташырға тейеш? Унда аҙналар буйы, сығарылмай ятҡан сүп-сарҙың барлыҡҡы килеүендә кем ғәйепле һәм артабан нимә эшләргә?
Һеҙҙең яуап ҡыҙыҡ: һыуыҡ ваҡытта гидравлика эшләмәй, ташый алмайбыҙ, Вокзал урамының киңлеге тар, борола алмайбыҙ. Быға саҡлы иркенләп боролдоғоҙ унда, хәҙер нимә булған, урамдың майҙаны шул көйө, тарайманы ла, киңәймәне лә. Халыҡ ғауғалас (улар силсәүитте ғәйепләй), ауыл хакимиәте шул сүптәрҙе үҙе түгә. Халыҡ бит аҡсаһын һеҙгә түләй. Дүшәмбе көнө Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә беҙҙә сүп реформаһы шәп бара тинеләр, ҡайҙа шәп баралыр, беҙҙә уның шәплеге күренмәй. Аҡ эт бәләһе ҡара эткә төшә, Ермолаево ауыл хакимиәте, сараһын табып, һеҙҙең эште башҡара. Артабан нимә эшләргә, был һорауға бары тик ЭКО - СИТИ ғына яуап бирә ала. Хәйер, кем ғәйепле һорауына ла яуапты һеҙ, үҙегеҙ классик булмаһағыҙ ҙа, яҡшы белергә тейеш.