+21 °С
Болотло


Властар алдан уҡ иҫкәртһә лә, кеше өйҙә генә ултырып түҙәме, мотлаҡ башҡарылаһы эштәр бар, йырҙа йырланғанса, мине юлдар саҡыра тип, ҡуҙғалғаны байтаҡ булды. Ырымбур-Өфө трассаһын яптылар (беҙҙең Мораптал янын да). Маяҡ ауылы юлын да ябып торорға булған икән, бында ла ҙур йөклө "Сигма" автомобилдәре аунашып ятты. Улар ҙа эшен туҡтата алмағандыр, Ҡытай түҙҙермәйҙер, күрәһең.