Беҙ, ялсыкайҙар, бурандан һуң, бер кеше аяҡ баҫмаған утрау кеүек, бер үҙебеҙ юлһыҙ ҡалып, аптырап ултырабыҙ, Муса яҡлап юл асып булманы, Абдул, Свобода, Таймаҫ аса юл асабыҙ тип иртән үк әйттеләр ҙә, эй көттөк, эй көттөк, тик Ялсыкайга тәки килеп етмәнеләр.
Киске 7 ләрҙә Таймаҫка Свобода аша техника килеп етеп, унда теҙелеп ултырған бар халыҡ иҫән-һау Күмертауга барып еттек, техника һеҙгә китте, тип яҙғас, беҙ ҙә, ҙур өмөттәр менән, юл асырзар Абдул аша булһа ла ҡайтырбыҙ тип, тәҙрәнэн күҙ алмай көтә башланыҡ. Төнгө 2 гә тиклем көтһәк тә, яңылыҡ булманы.
Ялға ата-әсәһенә ҡайтҡандар, туғандарына ниндәйҙер дарыу алып ҡайтҡандар, ҡоҙаларына ҡунаҡҡа килгәндәр, барыһы ла ҡар пленын да ҡалды. Балалар уҡырға, ололар эшкә бара алманы. Әлдә ярар, Аллаға шөкөр, был көндәрҙә ауырығандар ишетелмәне, юҡһа, Аллам һаҡлаһын, тиҙ ярҙам машинаһы килеп тә етә алмаҫ ине.
Редакциянан: юл таҙартыуслыар әле Яңы Муса ауылы янындалар, К-100 һәм Камаз юлды таҙартып килә. Тиҙҙән, бойорған булһа, Ялсыҡайға ла барып етерҙәр.