Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
17 Марта , 20:50

Ҡаш төҙәтәм тип

Күҙ сығармаҡсылар.

Ҡаш төҙәтәм тип
Ҡаш төҙәтәм тип
Яңы Мусаға тиклем өр яңы асфальт һалдылар, был хәлгә Таймаҫ, Зәк-Ишмәт яҡтарына йөрөгән халыҡ илереп ҡыуанды. Шыуып ҡына бараһың, машинаның тауышы ла ишетелмәй. Рәхәт. Тик был рәхәткә тиҙҙән сик ҡуйылыр, ахры. Бөгөн Мәләүез яғынан ҡырсын ташый башланылар. Яңы Мусаның теге яғына, йәнәһе, ҡырсын түшәйәсәктәр Ҙур-ҙур машиналар ташый йөктө, Илкәнәй, Бәләкәй Муса, Яңы Муса аша, алты күпер аша үтә, күпер максимум 6 тонна күтәрә ала тигән знактар тора. Ә был машиналар 30 тонна ҡырсын тейәгән, машинаның үҙенең ауырлығын да ҡушһаң, бөтәһе 48 тонна була. Яңы асфальттан тиҙҙән нимә ҡаласаҡ? Бигерәк тә, әле, яҙ көнө, ауыр машиналарға юлды бөтөн ерҙә япҡан мәлдә, йөрөһәләр? Быны күргән бөтөн халыҡ аһ итә.
Водителдәрҙән һораныҡ: нимә эшләйһегеҙ ул? Тегеләр, ә беҙ ҡайҙан ташыйыҡ ти. Ике юлы бар. Беренсеһе: бәләкәй грузлы машина менән ташыу, икенсеһе: был асфальт аша ташырға ярай тигән рөхсәт алыу. Был рөхсәттә, ремонт бөткәс, подрядсы юлды киренән тергеҙә тигән пункт та булырға тейеш. Хатта был машиналар фермер баҫыуын тапай икән, бының өсөн дә түләргә бурыслы. 
Теманың дауамы гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: