Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
21 Марта , 12:13

Кешегә нимә етмәй?

Әнғәм ағайҙың шиғыры иҫкә төштө.

Кешегә нимә етмәй?
Кешегә нимә етмәй?
Әнғәм ағайҙың шиғыры иҫкә төштө.
Бөгөн иртән шылтыраттылар: Шәбағыш ауылы юлынан кем генә йөрөмәй, юлдарабыҙҙы бөтөрҙөләр (электән килгән бәлә). Әле Күмертау ТЭЦ-ына күмер ҡомо ташыйҙар (Маяҡ заводы машиналары беҙгә аҙ ине), уныһы ҡойолоп ҡала, тимәк, ер ҡороғас, саңы туҙып ятасаҡ. Ҡайҙа ғына шылтыратып ҡараманым, мине береһе лә ишетергә теләмәй. Исемем нисек? Әйтмәйем.
Ошондай шылтыратыу алғас, киттек Шәбағышҡа. Урам сатында сәғәт самаһы торҙоҡ. Ысынлап та, ауыр йөк машиналары өҙөлмәй бынан, былтыр ғына ямаған юлдары емерелеп бөткән. Бер нисә кеше осраны.
- Юлды емереләр тиҙәрме? Әллә. Йөрөйҙәр инде, ату ҡалайтһындар, һауанан осоп үтә алмайҙар ҙа. Күмерҙең саңы ҡойолмай ул, матур тейәгәндәр. Һуғыш бара, был ваҡытта кем урау юл төҙөһөн? - быныһы бер ир.
- Был юлсыларҙың эше инде, беҙ нимә әйтә алайыҡ, - янда торған ҡатын да һүҙгә ҡушыла, беҙгә "йөрөһөгөҙ эш юҡта эш табып" тигәндәй ҡарай. 
Ир һүҙен дауам итә:
- Маяҡ май заводын төҙөгәс тә, унан көнбағыш майы еҫе килә тип зарландылар, әллә, миңә бик тәмлесе был еҫ.
- Ҡайҙан тәмле булһын, - ҡатындың үҙ фекере, - мин ҡоҫа яҙам ул еҫтән.
Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә тулы вариантта баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: