Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
23 Апреля , 12:36

Юҡтың башы ауыртмай

Асфальт юҡ. Ут та юҡ, газ да юҡ, солярка ла юҡ.

Юҡтың башы ауыртмай
Юҡтың башы ауыртмай
Бер аҙна буйына ниңә асфальт түшәмәүҙәрен белешеп ултырыу, ысынында, кәрәкмәй ҙә ине. Яуаптары билдәле, ҡысҡырып әйтергә генә ярамай, күрәһең. Башкиравтодорҙың хәлен үҙегеҙ беләһегеҙ (банкрот хәлендә), Ермолаево асфальт эшләү заводы ла тып-тын ултыра. Ике эт кенә йүгереп йөрөй, улар ғына тауыш бирә (беҙҙе күреү менән лауылдап сыҡтылар). Был заводтың утын да, газын да өҙгәндәр - бурыстары бар. Унан килеп, ниңә тегендә ҡырсын түшәмәйҙәр, ниңә грейдер йөрөмәй тигән һорауға ла яуаптары бар - соляркалары юҡ. 
Рәхәт. Юҡтың башы ауыртмай. 
Автор:
Читайте нас: