БОРСОУЛЫ ХӘЛ
16 Май 2024, 06:41

Күҙгә төртһәң дә күренмәй

Яңы Ҡалта тағын ҡараңғылыҡҡа сумған.

Күҙгә төртһәң дә күренмәйКүҙгә төртһәң дә күренмәй
Күҙгә төртһәң дә күренмәй
- Дүшәмбелә көнө буйы ут булманы ауылда, унан ары йәнә, бер янып, бер һүнеп, өс көн буйы яфаланы. Дөм ҡараңғы ауылда ултырабыҙ, күптәрҙең имсәк балалары бар, һыуытҡыстар ҙа эшләмәй ултыра (унда, билдәле, аҙыҡ ята). Ниңә ут менән былай хәл, белә алмайбыҙ. Ярҙам итегеҙ әле. 
Яуапты беҙ ҙә эҙләп ултырабыҙ, ауыл башлығы телефонын алмай. Диспетчер хеҙмәтенә әйттек, улар Яңы Ҡалта буйынса бер сигнал да булманы, электриктар менән хәҙер үк бәйләнешкә инәбеҙ тинеләр. 
Автор:
Читайте нас