Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
18 Мая , 09:32

Әлегә көтмәгеҙ

Һаумыһығыҙ, Грейдер не доезжает с Якшимбетово до Куюргазы. 

Әлегә көтмәгеҙ
Әлегә көтмәгеҙ
Шул вопросты уже нисә тапкыр можно задавать, файҙаһы юҡ, грейдерҙың эҙе лә күренмәй. 
Был һорауҙан, дөрөҫөндә, беҙ ҙә арыныҡ. Әлегә беҙгә нимә билдәле, шуны ғына әйтәбеҙ (уҡыусыны был тынысландырмаҫ, әлбиттә).
Юлсылар ярыҡ ялғаш алдында, аптырап, ултыра. Аҡсалары юҡ, солярка юҡ, уттарын өҙгәндәр, ҡырҡа торған башҡаһын да ҡырҡып киткәндәр - Башкиравтодор банкрот хәлендә.
Бындай хәлдән район кешеләре үҙҙәре сығырға тырыша. Теге ваҡыт Свобода ауылы башлығы үҙ аҡсаһына, үҙе солярка һалып, ауылына грейдер саҡыртҡайны. Ватан хужалығы ла шулай иткән. Керәүле эшҡыуары Рим Ғәлиев та, яҡташтары юлһыҙ ныҡ яфаланмаһын тип, грейдерға аҡса биргән.
Хәлдәр бына ошолайыраҡ. Көтөгөҙ, тип күңелгә өмөт һала етәкселәр, торараҡ, бәлки, хәлдәр яҡшырыр - ҡайҙандыр, нисектер аҡса ла, башҡаһы ла килеп төшөр.  
Автор:
Читайте нас: