Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
23 Мая , 16:20

Килегеҙ, йәшенегеҙ

Һәр кемдең ныҡ оялған мәлдәре була. 

Килегеҙ, йәшенегеҙ
Килегеҙ, йәшенегеҙ
Тормош гел тигеҙ бармай, яңғылыш яһалған аҙымдан, уйламай әйтелгән һүҙҙән үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ваҡыт була, бындай осраҡта "Ер тишеген тапһам, билләһи, шунда төшөп юғалыр инем", тиҙәр. Әйтеүе анһат, ул тишекте табырға кәрәк бит әле. 
Был йәһәттән, беҙҙең район ныҡ уңды, аҙым һайын, Аллаға шөкөр, тишектәребеҙ бар, ярылып яталар. Теге көнө Ялсыҡай янында бер "матур" тишек бар тип яҙғайныҡ, бына әле Яңы Уралка менән Ольховка ауылы араһында ла бар икәнен белдек. Оятынан нимә эшләргә белмәгән әллә нисә кеше төшөп ятырлыҡ ярыҡ хасил булған бында. 
Ер тишеген таба алмай яфаланғандар, оялыуығыҙ үтеп киткәнсе ҡасып торор урын кәрәкһә, килегеҙ, йәшенегеҙ. 
Автор:
Читайте нас: