Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
14 Июля , 08:24

Осайыҡмы, йөҙәйекме?

Һаумыһығыҙ! Үрге Бабалар - Яҡшымбәт араһы. 

Осайыҡмы, йөҙәйекме?
Осайыҡмы, йөҙәйекме?
Был юлдан осоп үтергәме, йөҙөп сығырғамы?
Бер ҡасан да бындай хәлдең булғаны юҡ ине һәм бына тағын тигән кеүек ("Никогда такого не было и вот опять"), уҡыусыбыҙ биргән һорауға, нимә тип әйтергә лә белмәй, беҙ ҙә шаҡ ҡатып ултырабыҙ. Бер Яҡшымбәт яҡтары ғына ошондай хәлдә булһа ни асыу, бөтөн район юлдары шулай (Ҡаҙармалар килеп китте, уларҙың да һүҙе шул, һорамаһаҡ та беләбеҙ, Абдул да шулай тиәсәк, Таймаҫ та).
Ҡасандыр хәл яҡшырырмы, белмәйбеҙ, был һорауға яуап эҙләп тә арыныҡ (байрам артынан байрам үткәрергә оҫтабыҙ, әйткәндәй, 17 июлдә Яҡшымбәткә Өфөнән киләләр, Минфин да була, бәлки, юлды күреп, беҙҙе йәлләп, аҡса бирер?). Ә әлегә түҙәбеҙ, һорауҙар яуҙырабыҙ, илаулап ултырмаҫ та инек, тәбиғәт беҙгә ҡош йәки балыҡ ҡанаттары бирһә. 
Автор:
Читайте нас: