Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
27 Июля 2024, 08:14

Клубҡа барһаң, зонтик ал

Мәктәптең хәле мөшкөл булһа ла, һаман кешеләргә хеҙмәт итә.

Клубҡа барһаң, зонтик ал
Клубҡа барһаң, зонтик ал

Яманһары мәктәбен ике ҡатлы итеп төҙөгән мәлдә (1986 йыл, буғай) уны планлаштырыусылар алда нимә булырын белмәгәндер. Юҡһа, бәләкәйерәк итеп төҙөрҙәр йәки бөтөнләй был эшкә тотонмаҫтар ине - иҫкеһен әүеш-төүөш итер ҙә, уныһы, ауылда балалар бөткәнсе ярап торор ине. Әммә бына тора ул - мөһабәт бина. Эсендәге ала торғанын алып бөттөләр, янындағы котельныйын да һүттеләр (торбаһы елле ине - үҙе аҡса), ә ҡалған өлөшөн нимә эшләтергә лә белмәнеләр. Бер мөйөшөндә ФАП, икенсеһендә - китапхана, өсөнсөһөндә - клуб. 

ФАП-ҡа үҙен бик шәптән тоймағаны, китапханаға әле һаман китап уҡығаны килә, клубында ара-тирә тамашалар булып тора.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: