Алдан хәбәр иткән ваҡиға бөгөн булды. Бәләкәй Мусаның бәләкәй генә клубына халыҡ байтаҡ йыйылды - түҙемлектең сигенә еттеләр, ауылдарына ситтән килгән кеше көн күрһәтмәй, күпме ҡурҡып йәшәргә була?
Рәсми кешеләрҙән район башлығы, Советтан тыш, прокуратура, тәфтишсе, полиция начальнигы бар.
- Берәй сараһын күрәһегеҙме-юҡмы, түҙер әмәл ҡалманы. Ул кеше беҙҙең илдең гражданы ла түгел, быауттар буйы йәшәгән халыҡ янына килеп, башбаштаҡлыҡ ҡыла. Һыуҙы урлай, электрҙы урлай, сүбен, мал ҡалдыҡтарын беҙҙең сүплеккә түгә, бер тин түләмәй уның өсөн, эттәре ауыл халҡын талай, малдар юғала... Былары ярай, беҙгә үлем менән ҡурҡыта. (Ул элек Күмертау ҡалаһында берәүгә шулай янғаны өсөн ултырып сыҡҡан). Һыуығыҙҙы ағыулайым ти.
Кешенең аһ-зарын тыңлаған закон һаҡсылары, туҡтағыҙ, былай булмай, әйҙәгеҙ, бермәләп керегеҙ клубҡа, ҡалғандар тышта булһын, һәр берегеҙ ғариза яҙығыҙ, - тине.
- Күпме яҙҙыҡ инде, юғала ла ҡуялар...
Район башлығы ла аптырашта:
- Ике йыл ошо теманы һөйләйбеҙ, алға китеш юҡ, әйҙәгеҙ, бергәләп сараһын күрәйек, был хәлгә нөктә ҡуйырға ваҡыт.
- Яңыраҡ бер егетебеҙҙе ҡырға алып сығып киткәндәр, пистолет менән ҡурҡытып, үҙенә ҡәбер ҡаҙҙырғандар. Унан алда силос соҡоронда мәйет табылды. Ишембай кешеһе тинеләр, ошо бәндәлә эшләп йөрөгән, әллә үлтереп ташлап китлеләр... Әмәлен табығыҙ, юғиһә, Бастрыкинға, Красновҡа, тағы әллә кемдәргә яҙабыҙ, видео төшөрөп ебәрәбеҙ...
- Эшселəрен дə алдап, документтарын алып ҡоллоҡта тота. Бына беҙҙең ауыл егетен көнөнə мең һум түлəйем тип, көтөү көттөрөп, əллə нисə көнгə 300 һум ғына биреп, пистолетын күрһəтеп, ергə атып ҡотон алған. Ул пистолетын көтөүселəргə генə түгел, оло йəштəге инəйҙəргə лə күрһəтеп ҡурҡытып йөрөгəн. Гел хəлһеҙҙəргə генə көсө етə, шуларҙы ҡурҡытып тота.
- Бəлиғ булмаған малайҙарыбыҙ, йəй көнө көтөү көткəндə, уларға килеп: "Кискə минең юғалған малдарым табылмаһа, көтөүегеҙҙə йөрөгəн бар малды ла һуйып ырғытам",- тип янап, уларҙың ҡотон алған. Унан тыш, балалар сүп-сар ырғытырға барып, уның быҙау ҙурлыҡ эттəре ҡоттарын алып, баҫтырып ҡайтарғаны булды. Урамға сығырға ҡурҡып йəшəйбеҙ. Фотоға төшөрөп һалығыҙ эттəрен, тиһегеҙ, анау хəтле ҙур эт баҫтырған мəлдə, ҡулыңа телефон алып фото төшөрөп тороу ҡайғыһы булмаҫ
- Ерҙəребеҙҙе уға бирмəгеҙ, Юлай Талха улы, һеҙ бит район хакимиəте башлығы, һеҙҙең ҡулда власть, ул һеҙҙе тыңларға тейеш. Ерҙəребеҙҙе уға бирмəү ҙə һеҙҙең ҡулда.
Халыҡ ныҡ ҡыҙған, һүҙ өҫтөнə һүҙ яуҙы, бер осрашҡанда барыһын да иҫлəп, əйтеп бөтөргə тырышты.
7 НОЯБРЬ 2021 ЙЫЛ.