Был борсоулы хәл тураһында беҙгә кисә хәбәр иттеләр ҙә, беҙ бөгөн үк Павловка тарафтарына ҡуҙғалдыҡ.
- Бүреләрҙән күргән быйылғы яфалар... Һарыҡтарҙы көтөүгә сығарырмын тимә, аҙаҡҡы көндәрҙә егермеләгән баш малыбыҙҙы ботарланылар. Павловкала электр көтөүсеһе ине, бүреләр - аҡыллы хайуан, өҫтән һикереп кенә сыға ла, һарыҡты алып та китә. Павловкала нисә һарыҡтың башына еттеләрме? Күп. Ундан артыҡ. Уңғарҙа бер кешенең генә ете һарығын ашанылар. Бөгөн көтөүҙе ауылдың был яғына сығарҙыҡ, исмаһам, күҙ алдында булырҙар, юғиһә, ҡурҡыныс, бүреләр килеп сыҡһалар, нимә эшләргә? Кисә бер кеше уларҙы мотоцикл менән баҫтырып та ҡараны... Ауыл менән аҡса йыйып, ҡапҡандар һатып алып ҡуйҙыҡ, юҡ, файҙаһыҙ. Бына, кеҫәмдә петарда йөрөтәм, улай-былай килеп сыҡһалар, шартлатам.
Репортаж гәзиттә тулы вариантта баҫыласаҡ.