-3 °С
Снег
Балаларыбыҙ өйҙә ята, сөнки автобус йөрөмәй. Тәгәрмәстәре юк. Ошо сәбәпле, күрше тирәләге биш ауылдың балалары уҡырға йөрөй алмай. Оят, тәгәрмәс алырлыҡ 50 мең һум тирәһе аҡса ла таба алмайҙар. Байрам тиһәң, түрәләр иң алдан йүгерә, аҡсаһы ла табыла (аҙна һайын үткәрәләр байрамдарын), ә балаларға тигәндә юҡмы?
Был мәсьәлә ҡасан хәл ителер икән дә, балаларыбыҙҙы ҡасан уҡырға йөрөтә башларҙар тип борсолабыҙ.
Яуапты эҙләрбеҙ, бик булмаһа, власть вәкилдәре хатты уҡып, үҙҙәре яуап бирер тип ышанабыҙ.