Беҙгә әле генә хәбәр иттеләр: был ике ауылдағы дарыуханалар ябыла. Артабан сирләгән кеше нимә эшләр, дарыу тип, ҡалаға сабырмы?
Данил Акилов, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
- Эйе, был проблеманы беләбеҙ, дарыухана килем килтермәй тип ябалар шикелле, баш табипҡа, Маркеловҡа, шылтыратығыҙ.
Үҙебеҙҙән: Яҡшымбәт һәм Яңы Мораптал дарыуханалары - дәүләттеке. Иҫкә бер тарих төштө. Бер ир, Рәсәйҙе ташлап, сит илгә йәшәргә күскән. Маршрут автобусына водитель булып эшкә урынлашҡан. Был видео төшөрә. Бына ҡарағыҙ, яңы, таҙа автобус, буп-буш йөрөйөм, ауылдарға барам, кисә ике кеше генә ултырып килде, бөгөн береһе лә юҡ. Аптырағас, етәкселеккә өндәштем: буш йөрөйөм, юҡҡа бензин яндырам, ниңә көнөнә өс тапҡыр мине ауылдарға ҡыуалайһығыҙ ул? Етәксеһе яуап бирә: дәүләттең халыҡ алдында социаль яуаплылығы бар, беҙ, пассажир бармы-юҡмы, йөрөргә тейешбеҙ.
Тағы бер әтнәкә: дарыуханалар Күмертау дауханаһына ҡарамай, тимәк, беҙгә Маркелов кәрәкмәй, улар Башфармацияға ҡарай. Хәйер, быныһы икенсерәк тарих.
Мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.