Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
12 Декабря , 14:35

Бошмаҫлыҡҡа һәйкәл булырмы?

Ялсыҡайҙар, һеҙ беҙҙең төркөмдә күпһегеҙ, фекерегеҙҙе яҙығыҙ. 

Бошмаҫлыҡҡа һәйкәл булырмы?
Бошмаҫлыҡҡа һәйкәл булырмы?
Һыу башняһынан йәй буйы һыу ағып торҙо.
Әле, ҡыш еткәс, башня ана ниндәй хәлдә - ҡыш бабай һымаҡ, боҙға төрөнөп ултыра. Күпме өндәшһәк тә, ҡыймылдаған кеше юҡ. ППМИ тип, ауылға һәйкәл ҡуйҙылар, шунда уҡ әйттек, кәрәкмәй һәйкәл, уларҙы башҡа ваҡыт, башҡа юл менән дә ҡуйырға була ине, тәү сиратта һыуҙы эшләйек - тыңламанылар. Ялсыҡайҙа һыуға яуаплы кеше ҡуйырға ла кәрәк, былтыр Юра тигән ир һүндереп-яндырып йөрөгәйне, токтан һуғыла яҙғас, хәҙер яҡын да бармай. Һуң, былай булмай ҙа инде, ҡайҙа беҙҙең етәкселек, район хужалары? Ялсыҡай урамдарында ла гел йә бер ерҙә, йә икенсеһендә һыу ағып ята. Ауыл башлығы Ульяновка ауылының башняһын алып килеп ҡуябыҙ тигәненә өс йыл ваҡыт үтеп китте. Беҙгә тағы ла нисә йыл көтөргә, башняны боҙ, ауырлығы менән баҫып, емереп төшөрөп, ауылды тулыһынса һыу баҫҡансы көтәбеҙме? 
Автор:
Читайте нас: