Рәхмәт ҙур итеп, Илшат сығарҙы. Ҡотлоюл юлынан барыу - һөрөлгән баҫыу уртаһында йөрөгән кеүек. Зинһар, ярҙам итегеҙ, район начальниктары күрерлек итеп, ауылдаштар исеменән яҙҙым.
Кисәге Ҡотлоюл юлына бәйле видео күп һорауҙар тыуҙырҙы. Был теманы гәзиттә киңерәк яҡтыртырға тырышырбыҙ (баҡһаң, балсыҡтан бер Ҡотлоюл ғына яфаланмай икән).
Илшатҡа, ысынлап та, ҙур рәхмәт. Әммә ул был юлда ҡуна-ята йөрөй алмай, бар ышаныс-өмөт Илшатта ғына булмаһын ине, түрәләр был турала ни уйлай - киләһе һанда.