Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
17 Март , 10:31

Юлсыларҙы уятығыҙ!

Хәйерле иртә, “Юшатыр”ҙар!

Юлсыларҙы уятығыҙ!
Юлсыларҙы уятығыҙ!

Молоканды үткәс, күп тә түгел бер ара бар, шунда ҡырсын түшәгәндәр. Шул тирәлә еңел машиналар менә алмай, төшә алмай яфаланалар. Арҡыры ла ултыралар. Беҙ саҡ менеп киттек, инде яфаландыҡ. Табипҡа ҡабул итеүгә китеп барабыҙ. Әҙерәк юл хеҙмәткәрҙәрен уятмаҫһығыҙмы икән?! Нишләп йоҡлайҙар икән ул?! Ауыл халҡы бит юлда шул тиклем яфалана. Һауа торошон күреп торалар бит... Нишләп халыҡ өсөн эшләмәйҙәр икән улар? Беҙ бит 21 быуатта йәшәйбеҙ. Унда күптән асфальт булырға тейеш. Бына асфальтҡа сыҡҡас елдереп китеп тә барабыҙ. Ә күпме араны халыҡ шул тиклем яфаланып үтә. Халыҡ бит ҡоторғандан китеп бармай, ә һәр береһенең сәбәбе бар. Нишләп сифатлы итеп эшләмәйҙәр икән ул? Улар моғайын да белгестәрҙер, үҙҙәренең эштәрен белмәйҙәрме икән ни ул? Ҡотлоюл ауылынан да бер аҙналап инде сыға алмай ултыралар. Унда балсыҡ түшәп ҡуйғандар... Нишләп хужалар үҙҙәре килеп йөрөп ҡарамайҙар икән ул?!
Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы

Был турала хакимиәттә бөгөн һүҙ булды, район башлығы Көйөргәҙе районының хәүеф тыуҙырған бөтөн юлдарын (Яҡшымбәт, Керәүле, Михайловка) тиҙ арала ҡарап, кәрәкле саралар күрергә ҡушты. Ҡотлоюл юлы буйынса, подрядсы менән бергә был мәсьәләне хәл итергә ҡарар ителде. Былар тураһында барыһы ла гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас