
Нимәнән башланған, кем бысаҡ ҡаҙаған - әлегә билдәһеҙ. Шуныһы асыҡ: бар бәлә - эскелектән. Бысаҡ та, енәйәт ҡылған кеше лә табылмаған, тиҙәр, ике кешене (шешәләштәр) тотҡандар, әммә улар, имеш, ғәйепһеҙ....
Торараҡ бар мәғлүмәт билдәле булыр, ә әле ошо уйҙар башҡа килә: былай ҙа аҙбыҙ, былай ҙа кәмеп, бөтөп барабыҙ, инде бер-беребеҙҙе юҡ итәһе ҡалдымы? Үлгәне йәл, үлтергәнде лә юғалтасаҡбыҙ. Нимә эшләйбеҙ беҙ, кешеләр?