Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
6 Октябрь , 12:04

Холодный Ключта тормош юҡ

Ауыл халҡы шулай ти.

Холодный Ключта тормош юҡ
Холодный Ключта тормош юҡ

Теге көн беҙгә хат килгәс, һүҙ биргән инек: дүшәмбе көнө барабыҙ, пенсия таратҡан көндө. Халыҡ йыйылған ваҡыт, әйтер һүҙен әйтеп ҡалырҙар. 
- Саҡ ҡына иртәрәк килмәнегеҙ, кеше күп саҡта, әллә нәмәләр ишетеп бөтөр инегеҙ, - беҙгә саҡ ҡына үпкәләгәндәй итеп тә әйттеләр. Әммә ишеткәндәребеҙ былай ҙа буйтым булды.
- Һыуһыҙ ултырабыҙ, көнөнә һыу әллә нисә туҡтай, юлдар юҡ, автобус йөрөмәй, Күмертауға тиклем такси хаҡы беләһегеҙме күпме тора - 800 һум. Холодныйҙа олигархтар йәшәмәй, ул сама аҡсаны ҡайҙан алайыҡ, боронғо һымаҡ, йәйәү йөрөйһө ҡалды. Зыяратыбыҙҙы кәртәләй башланылар ҙә ташланылар, беҙ бит аҡса йыйған булғайныҡ ППМИ тип, Юлай Ильясов та 50 мең һум биргәйне, ул аҡсалар ҡайҙа булған - эт белә. Урамдарҙы күрҙегеҙме? Әҙәм башынан юғары булып сүп үләне үҫеп ултыра. Ололар көнө менән ҡотлай торғайнылар элегерәк, хәҙер бөттө, бер кемгә лә кәрәкмәй, йәшәп ятабыҙ. Гел әбейҙәр йыйлған? Беҙҙә ирҙәр бөттө. хатта алкаш ирҙәр ҙә юҡ. Бына был әбейҙең (уға тиҙҙән 80 йәш тула) улы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, ике ҡатлы йортта йәшәй, газы юҡ. Утыны ла юҡ. Ул нисек ҡыш сығырға тейеш?
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: