Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
10 Октябрь , 15:05

Яҡуптарҙың аҡсаһы ҡайҙа?

Яҡуп ауылы ППМИ программаһында отҡайны - зыяраттарының кәртәһен яңыртырға ине ниәттәре.

Яҡуптарҙың аҡсаһы ҡайҙа?
Яҡуптарҙың аҡсаһы ҡайҙа?

Изге эш тигәндәре бик күңелле килеп сыҡманы, ике миллион һумлыҡ тендер булған, аҙаҡ, һатыулашҡандан һуң, 1,5 миллион һумға ҡалған был сумма, инде, эштәр бөттө тип, ҡыуанып ҡына ултыраһы ерҙә ауылда ғауға ҡупҡан.

Кисә иртән бында сход йыйҙылар, кешенең асыуы яман, дөрөп алып барғандар ҙа булды беҙҙә, тип хәбәр итә беҙгә яҡуптар. Подрядсы эште (зыярат кәртәләүҙе) сифатлы башҡармаған, бағаналар бетонланмаған, шул көйө ергә ҡаҙап ултыртылған, башҡа материалдар менән дә беҙҙе алданылар ти халыҡ. Артып ҡалған аҡсаның (500 мең һум) 250 меңен халыҡҡа кире ҡайтарабыҙ ҙа тип әйтеп, аҙаҡ "онотҡандар"... Беҙҙе бөтөнләй алйот тип уйлаһығыҙмы?

Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: