Зәк-Ишмәттә йәшәйем мин, оҙаҡламай 85 йәш була инде миңә. Ғүмерем буйы ошо ауылда балалар уҡыттым, педагогик стажым 40 йыл. Бер бәләм бар, шуны һеҙ хәл итә алмаҫһығыҙмы тип шылтыратам. Минең күрше ир, фронтовик, һуғыштан һуң, баҡсаһына алмағас ултыртҡан. Үҙе мәрхүм инде, урыны йәнәттә булһын, ә бына алмағасы иҫән. Ҙур, оҙон, йыуан булып ултыра. Мин унан ҡурҡам. Ҡарт ағас бит, минең йортомдоң башына ауыр һымаҡ. Көслө ел булһа, ҡотом алынып, өйҙән сығып ҡасам, башымды емерә төшөр кеүек, тәүбә-тәүбә.
Был йортҡа теге ветерандың балалары, дачаға ҡайтҡан кеүек кенә, ваҡыты-ваҡыты менән ҡайтып йөрөй. Әйткәнем дә ул уларға, әллә алмағастың ҡурҡынысы юҡ типме, ағасҡа теймәнеләр. Кем белә, бәлки, был алмағас әле һап-һауҙыр, шуны лесхозданмы-ҡайҙан белешегеҙ әле: алмағастар нисә йыл йәшәй икән?
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.