Мин Зәк-Ишмәттән, Раал Зәйнәғәбдинов булам. Ҡыҙыл Шар совхозы директоры булып эшләнем, ауылда староста ла булдым. Һеҙҙең гәзитте әллә нисә йыл яратып уҡыйым. Төрлө проблемаларҙы яҡтыртаһығыҙ, күптәргә ярҙамығыҙ тейә.
Тәүге ҡатыным, 64 йыл минең менән йәшәгәс, мәрхүмә булып китте. Икенсегә ҡатын алдым. Ул әле ныҡ сирләп китте. Күмертауҙа опреация яһанылар. Ике-өс көн яттымы дауаханала, алып ҡайтып китегеҙ тиҙәр. Шовтары ла бөтәшмәгән көйө сығарып ебәрҙеләр. Перевязкаға йөрөтә башланым. Юлдарҙы беҙҙең яҡшы беләһегеҙ, шул юлдан көн дә йөрөй башланыҡ. Бер заман Ермолаево дауаханаһына һалдыҡ, 24 көн буйына шунда файҙаһыҙ ятты, янға килеп ҡараған кеше лә юҡ, ти. Әле Күмертауҙа ята, бында ла дауаханала иғтибар юҡ, ти. Илап ята. Ҡуй, ҡайҙа баралыр был донъя - кешенең ҡәҙере бөттө. Корсет алырға ҡуштылар, ныҡ ҡыйбат уныһы - 27 мең һум. Башыңа төшкәс, ҡайҙа бараһың, алдым. Ниңә һеҙгә килдем, ярҙам итегеҙ, минең ҡатынды әҙәмсә ҡараһындар.
Теманың дауамы гәзиттә баҫыласаҡ.