Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
30 Ноябрь , 08:58

Юлсыларҙы көтмәй ҡондоҙҙар

Керәүле менән Павловка ауылдары араһындағы күперҙе ҡондоҙҙар быуа башлаған.

Юлсыларҙы көтмәй ҡондоҙҙар
Юлсыларҙы көтмәй ҡондоҙҙар

Хәтәр йәнлек инде улар, кешене түгел, үҙҙәренең көнөн уйлай, Уңғар, Кинйәбай халҡы тыуған яҡтарына ҡайта аламы-юҡмы, әлбиттә, ҡондоҙҙарҙың, ике ятып, бер төшөнә инмәй. Бер нисә тапҡыр, эшҡыуар Д. Никитиндың техникаһы ярҙамында, ҡондоҙ быуаһын йырғандар, әммә тегеләре йәһәт кенә эштәренә кире тотона ла, яңынан быуа ла ташлай икән. Юлсыларға әйткәндәр: килегеҙ, сараһын күрегеҙ. Тик юлсылар бушамай, саҡ ҡына түҙегеҙ, тип тынысландыра урындағыларҙы. Ҡондоҙҙар, етмәһә, быуаларын ныҡлап, бөтөн күңелен һалып эшләй (эх, беҙҙең подрядсылар ҙа уларҙан үрнәк алһа ине), ДРСУ килгәнсе күпер түҙһә ярар ине, юғиһә, был ара юл йыл һайын яҙлы-көҙлө ҙур проблема тыуҙыра. 
Фотоларҙа: Павловка менән Керәүле араһындағы ҡондоҙҙар яратҡан күпер күренеше, 2023 йыл. 

Автор:
Читайте нас: