Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
24 Март , 13:53

Ҡайҙа юғалдың, автолавка?

Әллә ҡасан булып, инде онотолоп та бөткән машина әле иҫкә төштө.

Ҡайҙа юғалдың, автолавка?
Ҡайҙа юғалдың, автолавка?

Уны Башҡортостандың 100 йыллығына ҙур бүләк тип, районға биргәйнеләр. Автолавканы. Олонан ҡубып ҡаршы алдыҡ яңы машинаны (уны арендаға ғына бирәбеҙ тигән инеләр). Райпоға тапшырҙылар тантаналы рәүештә – китә хәҙер тормош, хөрриәткә сығабыҙ, яңы машина елдертеп, район ауылдары буйлап йөрөр, магазиндары ябылған ауылдарҙа кәрәк-яраҡ һатыр...
Был бүләкте ҡабул иткәндә үк Райпоның ул саҡтағы етәксеһе Рәсимә Бабченко әллә ни ҡыуаныс белдермәгән кеүек ине: беҙҙең ЗИЛ бар ул, әммә ауылға һатырға йөрөүҙән фәтеүә юҡ, бензинға аҡса күберәк китә, ә ауыл халҡы тауарҙы алып бармай.... Күмертауға, Магнитҡа барып, тейәнә...

...Михайловка ауылында йәшәгән кешеләр ни икмәк, ни тоҙ ала алмай, аптырап ултыра (күптән аптырай улар – 2022 йылда сходта уҡ был мәсьәләне күтәргән инеләр): ауылда кәрәк нәмә алам тиһәң, килеп һатҡан кеше юҡ. Нимә эшләтергә хәҙер Михайловканы? Унда, ни тиһәң дә, төтөн сығарған 34 йорт бар.
Тап ошо ваҡыт баяғы автолавка иҫкә төштө – ҡайҙа ул?

Мәҡәлә тулы варианттә гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас