Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
30 Март , 15:26

Фашистар тарафынан ойошторолған диверсия түгелме икән?

Үҙебеҙ хөрмәт итеп, яратып уҡыған абруйлы гәзитетебеҙгә ауылдаштарыбыҙ һорауы буйынса хат яҙырға кәрәк булды.

Фашистар тарафынан ойошторолған диверсия түгелме икән?
Фашистар тарафынан ойошторолған диверсия түгелме икән?

Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға ярҙам ойоштормаған бер генә ҡала  ла, ауыл да юҡтыр ул. Изге эштән ситтә ҡалғандар һирәк, беҙҙә лә бар ундайҙар.

Беҙҙең илдә бындай ярҙамдар ойошторола башлағас та, ни эшләп беҙҙең ауылда власть йәки йәмәғәт ойошмалары ҡыбырламай икән, тип тәүҙә аптырап та ҡуйғайныҡ. Шунан Таймаҫ мәктәбендә уҡытыусы Араптанов Раил Рамаҙан улы сеткалар үреү, май шәмдәре яһау эшен башланы, тәнәфестә, дәрестән һуң ҡалып ололар ҙа, балалар ҙа ярҙам итергә тотондолар, әммә мәктәп ваҡыты сикле булғас, эште Мәҙәниәт  йортонда дауам итергә булдылыр.

Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортон етәкләгән, Килмәтова Альбина Зәки ҡыҙы, хәрәкәтте волонтерҙар штабы төҙөүҙән башлап ебәрҙе. Таймаҫ ауылы халҡы электән рухлы, дәртле, эшһөйәрлеге менән билдәле. Ошоно ғына көтөп торғандай ауылдаштар дәррәү эшкә тотондолар.

Маскировка селтәрҙәре үреү генә түгел, бар яҡлап та өлгөрҙәр таймаҫтар. Альбина Зәки ҡыҙы хәрби операцияла йөрөгөн егеттәр менән бәйләнешкә инде, ниндәй һорауҙары барлығын белеште,  яугирҙәрҙең заказдарын үтәп, ваҡытында алып барып еткерергә тырыштылыр. Ырымбурға ла барып етеп, тепловизор, антидрон кеүек кәрәкле әйберҙәрҙе алдылар. Ауылдаш егетебеҙ, Әлмөхәмәтов Рим, нисәнсе тапҡыр яугирҙәр янына барып, гуманитар ярҙам ҡалдырып  ҡайтты. Ырыҫҡолов Фуат йыл да хәрбиҙәргә бал, йылы итектәр, башлыҡтар, бирсәткәләр ебәрә, аҡсалата ла бик күп ярҙам итте. ХМОла улын юғалтҡан Белик Илья оло ҡайғынан бөгөлөп төшмәй, волонтерлыҡ эшенең уртаһында ҡайнай. Альбина Зәки ҡыҙы, Раил Рамаҙан улы, Алмира Наил ҡыҙы, Илья Михайлович һәләк булған яугирҙәрҙең йорттарына фотографиялары төшөрөлгән таҡтаташтар яһатып беркетеп сыҡтылар. Ике улын юғалтҡан әсә Араптанова Венера: өйҙән сыҡҡанда ла, ҡайтҡанда ла улдарым ҡаршы ала, тип ултыра.

Ауылдаштарым бик күп йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ебәрҙе. Һикһән йәше үткән Вәлидова Менәүәрә апай бик күп йөн нәскиҙәр генә бәйләп ҡалманы, кистәрен күршеләре менән сеткә үреү өсөн таҫмалар ҡырҡа. Шулай уҡ һикһәнде тултырған Мәһәҙиева Хәҙисә, Фәтҡуллина Зилә апайҙар табаҡ-табаҡ туҡмас, сәксәктәр ебәрҙе яугирҙәргә. Фронттан килгән рәхмәттәрендә һалдаттарыбыҙ дозорға сыҡҡанда йылы ойоҡбаштарҙы алмашлап кейеп сығабыҙ, тип хәбәр иттеләр.

Бик күп таймаҫтар, ауылдаштар,  хатта ситтә  йәшәгәндәр ҙә, аҡсалата ярҙам күрһәтә. Хаҡлы ялдағы абруйлы бухгалтер Хәбиева Нурия  аҡса йыйып ауылдаштар чатында отчетын биреп бара, “Озон” маркетплейсы аша материалдарға заказдар биреп, алып, тапшыра уңған ярҙамсыларға. Уның менән бергә оҙаҡ  эшләгән фермерҙар Әлмөхәмәтов Айрат, Поляев Сергей, Кислицын Владимир, Дорофеев Евгений, йәштәр Ғайсаров Рөстәм, Исмәғилев Азамат,  уға ышаныс белдереп,  яуҙағыларға ярҙам итеп аҡса күсерәләр, кәрәк әйберҙәр алып бирәләр. Таймаҫ ауылы кешеләре ҙур ойошҡанлыҡ, берҙәмлекте күрһәтеп, нисә йылдар МХО яугирҙәренә ярҙам итәләр.

Ябылған мәсетте тергеҙеп, эш башлаған хәҙрәтебеҙ Сәғит Солтангәрәев бик ҙур ярҙам күрһәтә һалдаттарыбыҙға. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, таймаҫтар  Сәғит хәҙрәтте  ихтирам итеп, бер ай эсендә мәсетте ремонтлар өсөн, өс йөҙ мең аҡса йыйып тапшырҙылар, йома намаҙҙарын тергеҙҙеләр, әүҙем итеп ифтарҙар үткәрҙеләр.

Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ике сменаға бүленеп, көн дә эшкә барған эшселәр кеүек, Мәҙәниәт йортона сеткә үрергә ихлас итеп йөрөйҙәр, посылкалар йыялар. Хатта күрше ауылдан да килтереп  посылка тапшыралар таймаҫтар аша, ҙур рәхмәттәр юллайҙар ауылдаштарға, бер ауылда ла бындай ойошҡанлыҡ юҡ бит тип  әйтәләр.

Көйөргәҙе районында башҡарған эштәре буйынса таймаҫтар алда бара, тиһәм дә хата булмаҫ.

Әммә был хат ауылдаштарҙың нәфрәтен булдырған сәбәптәр арҡаһында яҙылды. Мосолмандарҙың Изге Ураҙа, христиандарҙың посы барған ваҡытта волонтерҙар штабы ағзаларына интернет селтәрҙәрендә динһеҙҙәр тарафынан бысраҡ яғыу кеүек күренештәр башланды. Ике меңгә яҡын подписчигы булған Вконтакте селтәрҙәрендә Подслушано Новотаймасово группаһында ысын мәғәнәһендә яла яғыу башланды. «Һөс!» тигән команда булғандай,  башланды был хөсөт эш. Таймаҫтар был яуыздарҙың кем икәнен дә һиҙенә: бер ҡайҙа ла эшләмәгән,  ҡара йылан  һымаҡ, ағыуын сәскән,  ике - өс яһил  бисә. Үҙ-ара ла һыйыша алмаған былар, бер маҡсат тапҡас, бәйҙән ысҡынып, балаҡҡа йәбешкән сәүектәр кеүек, ташландылар. Мәҙәниәт йортоноң эшен хурлауҙан башланды был бысраҡлыҡ. Шул уҡ Альбина Зәки ҡыҙы ең һыҙғанып йөрөмәһә, МХОға ярҙам, бәлки, былай уҡ уңышлы бармаҫ ине. Хәйриә концерттары ла, башҡа сараларҙа булмаҫ ине. Байрамға бағышлап ҡуйылған концертҡа рәхмәт яҙған комментарий хужаһын да хурлап яҙҙы Подслушанының админы. Райондың Мәҙәниәт бүлеге ни уйлай икән, үҙ хеҙмәткәрен баһалай, яҡлай алмағас. Эшендә етешһеҙлектәр ҙә барҙыр, әммә ни өсөн бөтә ғәләм алдында эшләп йөрөгән кешене хурларға?! Альбина Зәки ҡыҙының башына сыҡһалар, яуаплылыҡты кем үҙ өҫтөнә алыр?

Араларындағы иң әшәкеһе, комментарийҙар яҙғандарға мыҫҡыллаған һүрәттәр ҙә ебәрә, йә булмаһа комментарийҙарҙы яба, йә ҡара исемлеккә индерә, нимә теләй, шуны эшләй. Газета биттәре аша яуап бирергә тура килә битһеҙҙәргә. Был йүнһеҙҙәргә юридик яза ла барҙыр.

Бына шулай, бер буҡлы һыйыр бөтә көтөүҙө бысрата, тигәндәре ошо булалыр.

Был группа заманында  ВКонтакте селтәрендә бик уңайлы булғаны өсөн булдырыла, телефон номерҙары ла кәрәкмәй, ә подписчиктар бөтә Рәсәй буйлап таралған. Тик шуныһы ла бар, Рәсәйҙең төрлө мөйөшөндә йәшәгән  ауылдаштар, ни уйларға белмәй, насарлап яҙған  хәлдәргә аптырашалар, дөрөҫтөр тип уйлап, лайктар ҡуйыусылар ҙа күренгеләй, әммә иң борсоғаны МХО лағы яугирҙәребеҙ ҙә уҡыған.

 Аптырап, был МХОға ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙға ҡаршы укрофашистар тарафынан ойошторолған диверсия түгелме икән тигән уйҙа тыуып ҡуя, сөнки өҫтә атап киткән волонтерҙарҙың юғиһә күңелдәре лә, ҡулдары ла төшөп ҡуя. Был изге эш туҡтап ҡуйыуы ла ихтимал...

Гөлнур Хәмитова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас