

Наркологияға иртәрәк барҙым - путевкаға мисәт ҡуйҙырырға кәрәк, иҫерек түгел тигән имзаны таңғы етелә лә үк һуҡтырыуҙың сәбәбе бар: кеше йоҡонан торғансы, бакка бензин һалып ҡалырға кәрәк. Ҡалаларҙа яғыулыҡ юҡлығына зарланған ялыуҙар күп, юғиһә, йәйәү йөрөп булмай.
Күмертауҙа юҡ. Ермолайҙа юҡ. Ҡайҙа бар, әле булмаһа, ҡасан була - бер кем белмәй. "Прием нефтепродукта" тип Күмертауҙа яҙғандар, Ермолайҙа "Техобслуживание" тип яҙырға фантазиялары еткән. Тегеләй-былай саба торғас, булған ғына бензиным бөтә яҙҙы...
Теманың дауамы гәзиттә биреләсәк.