БОРСОУЛЫ ХӘЛ
19 Июля , 03:49

Төн йоҡоларымды урламағыҙ, йәштәр

Мин Зәк-Ишмәттә магазин ҡаршыһында ғына йәшәйем.

Төн йоҡоларымды урламағыҙ, йәштәрТөн йоҡоларымды урламағыҙ, йәштәр
Төн йоҡоларымды урламағыҙ, йәштәр

Ошо магазин алдын йәш-елкенсәк үҙенең мәҙәниәт йорто итеп алды. Киске сәғәт ун берҙәр тирәһендә башлана "дискотека" көслө музыка, шау-шыу, ундан артыҡ мотоциклдар... Йоҡомдо алалар. Минең тыныслығым былай ҙа юҡ, улым һуғышта йөрөй, бер туғанымды ерләнек, әле икенсеһе лә ҡайтып килә (икеһе лә һуғыш ҡорбандары). Кемгә өндәшһәм дә яуап юҡ. Ошо минең бәләмдә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән?

 Рәмзиә Әҙһәмова, Зәк-Ишмәт ауылы.

Беҙ апайҙың был һорауына яуап табып, уның төн йоҡоларын, тыныслығын ҡайтарырға тырышырбыҙ.

Автор:
Читайте нас