

Күмертау мәктәптәрендә быйыл 6983 бала белем аласаҡ (үткән йыл улар һаны 7157 булған). Шуларҙың 583-ө мәктәп тупһаһына тәү тапҡыр аяҡ баҫа.
Сағыштырыу өсөн -2017 йылда ҡалала беренсе класҡа 752 бала килгән (бер йыл алда 834 булған).
Көйөргәҙенең белем усаҡтары быйыл 1683 бала өсөн үҙ ишектәрен аса, шуларҙың 130-ҙы тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ. 2025 йылда районыбыҙҙа Белем көнөн 1737 уҡыусы ҡаршы алған, шуларҙың 147-һе беренселәр булған.
Сағыштырыу өсөн - районда 2017 йылда беренсе класҡа 252 бала барған (унан алдағы йылда – 273).