Махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам ебәреүҙә М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре лә әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла улар “Минең милли аҙығым” флешмобында ҡатнашып, төрлө аҙыҡ-түлек, шулай уҡ сәк-сәк, бауырһаҡтар бешереп, контейнерҙарға һалып ил һаҡлаусыларыбыҙға ебәрәсәктәр.
- Сәк-сәк, бауырһаҡты балалар өйҙәрендә ата-әсәләре менән бешереп алып килделәр. Коллективтан да 32 мең һумдан артыҡ аҡса йыйылды. Был суммаға ике генератор һәм уға кәрәк-яраҡтар һатып алынды. Ата-әсәләр яугирҙәргә йылы ойоҡтар, маскет селтәрҙәре һәм башҡа әйберҙәр ҙә алып килделәр. Был акцияға әүҙем ҡушылғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Үҙебеҙҙең күңел йылыбыҙҙы һалып әҙерләгән әйберҙәребеҙ, яугирҙәребеҙгә, тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләм булып барһын, ярҙамыбыҙҙы, рәхмәтлегебеҙҙе, һағыныуыбыҙҙы белдереп, йыуандырһын, - ти М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ директоры Әнисә Түәләгәнова.
Улар бешергән, тырышып әҙерләгән әйберҙәрен Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә еткерер өсөн, районыбыҙҙың һәм ҡалабыҙҙың дингеҙ ҡәрҙәшлеге рәйесе Әмир Биктимировҡа тапшырҙы. Шулай уҡ уҡыу йортоноң Шайморатовсылар класы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарын да бирҙе. Уларҙың һәр береһенә Әмир Әкрәм улы тулы яуап бирҙе һәм батырҙарыбыҙға сәләмдәрен һис шикһеҙ еткерәсәген белдерҙе.