Артҡа ҡараған һайын, тегендәге тормош матурыраҡ күренә тигәйне яңыраҡ бер кеше, ә бит барыһы ла киреһенсә булырға тейеш һымаҡ. Көндән көн тормош яҡтырғандан-яҡтырырға, йәмләнгәндән-йәмләнергә тейеш. Әммә донъялар, ана, ҡалайға әйләнеп китте.
Ул саҡта, йыраҡ 2006 йылда, "Юшатыр" гәзите был доғаны әрмегә киткән егеттәргә арналған мәҡәләгә бәйләп баҫҡайны. Кемдер гәзитте һаҡлаған һәм сәхифәһенә ҡуйған. Әле лә актуаль был доға, хәйер, кешелек барҙа гел актуаль булыр ул. Элек доғабыҙҙы малайҙарыбыҙҙы ғына уйлап уҡыһаҡ, әле был исемлеккә атайҙар, хатта олатайҙар ҙа ҡушылды.