Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
4 Февраль , 16:09

Һуғышты күргән ҡатын

- Ирем яуға китәм тигәндә, сүп өҫтөнә сүмәлә, йәнә бер бәлә килеп сыҡты. 

Һуғышты күргән ҡатын
Һуғышты күргән ҡатын
Беҙ Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Сауҙа үҙәге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Елена Червонова менән һөйләшәбеҙ. Был ҡатын үткән-һүткәндә күп тапҡырҙар осратҡан бар, ирҙең тәбиғәте шулай бит: үҙең дә һиҙмәҫтән, күҙ төшөрәһең, күңелгә ятҡаны хаҡында, ҡалай сибәр ҡатын тип уйлап китәһең  Елена Владимировна ла шундай муйынды борорҙай ҡатын. Ҡасан тап итмә, гел көләс, гел кәйефе күтәренке үҙенең, ә эсендә, баҡһаң, шағир әйтмешләй, эйәрле ат ята.
- Ирем үҙһеҙлерәк кеше, һуғыш башланып, бер йыл үткәс, барам ти башланы. Ҡыштың башы ине ул ваҡыт. Декабрҙә (2023 йыл), медкомиссияһын үтеп бөткәндә генә беҙгә әйтте: мин хәл иттем, барам. 
Шул мәлдә миндә онкология сире тапҡайнылар, етмәһә. Нисек ул көндәрҙе үткәргәнмендер, әле, уйлаһаң, баш етмәй. Ике балабыҙ бар, ҡыҙыма 19, малайыма - 11. Улар ҙа ҡырҡа ҡаршы булды аталарынан айырылырға. Әммә Олегты туҡтатырлыҡ түгел ине....
Былтыр октябрь айында мин уның янына барҙым. Йәшәгән ерҙәре блиндаж түгел, бер йортта көн итәләр....
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.  
Автор:
Читайте нас: