- Ялсыҡай ауылы халҡына рәхмәтлебеҙ, беҙ бәләкәй генә ауылыбыҙҙан (Лена) ике бер туған яуҙа йөрөйбөҙ, унда тыуған яҡтан килгән һәр ярҙам ҡәҙерле. Ялға ҡайтҡанымды ишеткәс, ялсыҡайҙар сәйгә саҡырып алдылар, тырышып үргән маскировка селтәрҙәрен бирҙеләр. Яуҙа тағы нимә бик кәрәк, тип ҡыҙыҡһындылар, беҙ бөгөнгө көндә йәшәгән еребеҙҙе утын ҡырҡып, йылытабыҙ, тигәс, улар тиҙ арала аҡса йыйып, ошо йылытҡыс пушканы алып та ҡайтҡандар. Был пушкалар беҙгә бик кәрәк, улар беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур ярҙам буласаҡ, шуға күрә Ялсыҡай ауылы халҡына үҙемдең исемемдән дә, егеттәрҙең исеменән дә ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Сергей.
Был хаҡта мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бирелде.